Юхан Кукк
Юхан Кукк | |||
Juhan (Johann) Kukk | |||
| |||
---|---|---|---|
21 ноябрь 1922 — 2 август 1923 | |||
Алдан килеүсе: | Константин Пятс | ||
Дауамсы: | Константин Пятс | ||
Тыуған: | 13 апрель 1885 Käru[d], Avanduse Rural Municipality[d], Ляэне-Вирумаа[d], Эстония | ||
Үлгән: | 4 декабрь 1942 (57 йәш) СССР | ||
Партия: | Эстонская рабочая партия[d] | ||
Белеме: | Рига политехник институты | ||
Наградалары: |
| ||
Юхан Кукк (эст. Juhan (Johann) Kukk; 13 апрель 1885 йыл, Салла улусы, Вирумаа — 4 декабрь 1942 йыл, Архангельск өлкәһе) — Эстония дәүләт эшмәкәре, эшҡыуар.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1910 йылда Рига политехник институтының сауҙа факультетын тамамлай, Германияла стажировка үтә.
1910—1912 йылдарҙа Тартула Беренсе ссуда-һаҡлыҡ товариществоһында эшләй. 1911—1919/1920 йылдарҙа Ühistegevusleht кооператив баҫмаһында журналистика менән шөғөлләнә.
1914 йылда кооператив бюро менән етәкселек итә. 1915—1919 йылдарҙа Кооперацияға булышлыҡ итеү йәмғиәтенең рәйесе.
1917—1919 йылдарҙа Эстония ваҡытлы земство советы ағзаһы була. 1917—1918 йылдарҙа Эстляндия губерна идаралығының финанс департаменты етәксеһе вазифаһын үтәй. 1918 йылдың 19 февралендә ситтән тороп Эстонияны ҡотҡарыу комитеты составына индерелә, әммә 20 февралдә үҙе унан сыға, шулай уҡ бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһын мөхәррирләү буйынса комиссияла ҡатнаша.
1918—1919 йылдарҙа Эстония ваҡытлы хөкүмәтенең финанс һәм дәүләт милке министры вазифаһын башҡара. 1919 йылда Ойоштороусылар йыйылышы ағзаһы була. 1919—1930 йылдарҙа Эстония кооператив союзы советы рәйесе була.
1919—1920 йылдарҙа Эстония финанс министры вазифаһын үтәй. 1920 йылдан Rahvapank (Халыҡ банкы) советы рәйесе.
1920—1921 йылдарҙа Эстонияның сауҙа һәм сәнәғәт министры вазифаһын башҡара. 1920—1926 йылдарҙа Рийгикогу (Эстония парламенты) ағзаһы, 1921—1922 йылдарҙа парламент рәйесе була.
1922 йылдың 21 ноябренән 1923 йылдың 2 авгусына ҡәҙәр Эстонияның дәүләт аҡһаҡалы (дәүләт башлығы) вазифаһын башҡара.
1923—1924 һәм 1926—1930 йылдарҙа Эстония ҡулланыусылар союзының үҙәк йәмғиәте директоры була. 1924—1925 йылдарҙа Эстония банкының директоры вазифаһы үтәй.
1925—1940 йылдарҙа National Peat Industry (1936 йылдан — Estonian Peat Industry) советы рәйесе була. 1931—1940 йылдарҙа Балтик ебәк-ҡағыҙ фабрикаһы менән етәкселек итә. 1933—1940 йылдарҙа Kreenbalt Ltd предприятиеһының диреторы була.
1933—1934 йылдарҙа Тарту университетында финанс һәм сәнәғәт сәйәсәте буйынса лекциялар уҡый.
1936—1940 йылдарҙа Текстиль преприятиеларының бөтә Эстония союзы рәйесе вазифаһын башҡара 1937—1940 йылдарҙа Эстония Сауҙа һәм сәнәғәт палатаһы ағзаһы була.
1934 йылда сәйәси түңкәрелеш һөҙөмтәһендә урынлаштырылған Пятс диктатураһына тәнҡит менән ҡарай.
1940 йылда НКВД органдары тарафынан ҡулға алына, 1942 йылдың 4 декабрендә Архангельск өлкәһендә төрмәлә үлә.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эстонский биографический словарь. — Таллин, 2002.
- Биография